Меню
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Главная » 2015 » Декабрь » 22 » "Урал батыр төнө" этнофестивале
22:26
"Урал батыр төнө" этнофестивале

 17 декабрҙә Өфөлә  Башҡорт дәүләт филармонияһында Әҙәбиәт йылын ябыуға арналған  "Урал батыр төнө" республика этнофестивале үтте.   Заманса яҡтыртҡыс ҡорамалдар ярҙамында филармония фойеһы Шүлгәнташ мәмерйәһе, ә тамашасылар залы тирмә рәүешен алды.  Сәнғәттең төрлө жанрҙарында эшләгән артистар: Сибай драма артистары, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артистары ,Өфө хореографик колледжы уҡыусылары, йырсылар һәм сәсәндәр -   Урал батыр образын һәр ҡайһыһы үҙенсә һынландырҙы. 

Шулай уҡ байрамда "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр республика бәйгеһенең һуңғы йылдарҙағы еңеүселәре саҡырылғайны. Учалы районының Мулдаҡай урта мәктәбенән 10-сы класс уҡыусыһы Әминева Зарема - "Урал батыр -2015" конкурсы еңеүсеһе лә оло байрамда ҡатнашыу бәхетенә лайыҡ булды.   

Просмотров: 419 | Добавил: zulfia | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Сайтҡа кереү
Эҙләү
Календарь
«  Декабрь 2015  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031
Архив записей
Ссылкалар
  • МБОУ СОШ д.Мулдакаево
  • Сайт деревни Мулдакаево
  • ОО Учалинского района
  • Министерство образования РБ
  • Министерство образования РФ

  • Copyright MyCorp © 2024
    uCoz