Меню
Статистика

Онлайн всего: 3
Гостей: 3
Пользователей: 0

                         Справка-белешмә

1

ФИО учителя

(полностью  на 2-х

государственных

языках по паспорту)

                                

           Аминева Зульфия Асгатовна

Әминева Зөлфиә Әсғәт ҡыҙы

2

Ссылка на сайт (личный сайт, блог на сайте образовательной организации

zulfia.ucoz.org

3

Дата рождения

21 мая 1966 года

4

Образование: когда, какой вуз и факультет окончила.

Высшее,  Башкирский  государственный педагогический университет им. М. Акмуллы, филологический факультет,

1988 г.

5

Полное название и адрес школы по Уставу на 2-х государственных языках.

Муниципальное бюджетное образовательное учреждение средняя общеобразовательная школа деревни Мулдакаево  муниципального района  Учалинский район Республики Башкортостан

 

Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет белем биреү учреждениеһы Мулдаҡай ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе

 

Адрес школы: 453715, Учалинский район, д.Ильчигулово, ул. Школьная, 4  

6

ФИО директора образовательного учреждения (полностью).

Абубакирова Гузель Алмасовна

7

Общий стаж педагогической работы, в каких классах работает.

29 лет

5-11 классы

8

Прохождение курсов квалификации: когда, какие?

  •   "Народная педагогика" (1-4 ноября 1994 г)
  •    "Башкирский язык и литература" (72 ч., 2005 г.)
  •    "Аспекты анализа художественного произведения на уроках    русского языка и литературы" (72 ч., 2011 г.)
  •    «Изучение башкирского языка и литературы  в условиях внедрения ФГОС нового поколения» ( 72 часа, 2012 г);    
  •    «О порядке аттестации педагогических работников государственных и муниципальных образовательных учреждений РБ. Методика оценки уровня квалификации педагогических работников» (8 часов, 2012);
  •   «Организация исследовательской деятельности с одаренными детьми»  (16 часов, 2013);  
  •    «Преподавание башкирского языка на основе ФГОС»  (108 часов, 2014 г.); 
  •    «Методика эффективного использования информационных и телекоммуникационных технологий в образовательной деятельности педагога в свете требований ФГОС»  ( 108 часов, 2014)
  •  «Изучение башкирского языка и литературы  в условиях внедрения ФГОС » ( 72 часа, 2017 г);    

9

Применяемые технологии.

Осуществляя комплексный подход к обучению башкирскому  языку и литературе, использую различные инновационные технологии: ИКТ, методику проблемного обучения,  метод  проектов, исследовательский метод.

10

Кем выдвинут(а) на конкурс

Выдвинута муниципальным  оргкомитетом конкурса “Учитель года башкирского языка и литературы – 2016”              МКУ отдел образования МР Учалинский район Республики Башкортостан

11

Результаты выступления на районном или городском конкурсе

Победитель муниципального конкурса «Учитель года башкирского языка и литературы  - 2012» 

 

2-е место в межрегиональном конкурсе "Учитель года башкирского языка и литературы - 2016"

12

В каких классах и по какому предмету (язык или литература)                   планирует провести открытый  урок

  башкирский язык 

13

По каким образовательным программам, учебникам работает, авторы учебника

 

Башҡорт теленән эш программаһы:  Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған уҡытыу башҡорт  телендә алып барылған мәктәптәрҙең V-XI кластары өсөн башҡорт теле программаһы (Төҙөүселәре: Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В., “Книгоград”, 2008)

     Дәреслектәр:

  “Әсә  теле.  5 класс”,   Ф.Ф.Абдуллина, В.Ш.Псәнчин;  Өфө: Китап, 2011.

  “Әсә  теле.  6 класс”,   Х.В.Солтанбаева, Х.А.Толомбаев, Л.С.Балапанова;   Өфө: Китап, 2012.

  “Әсә  теле.  7 класс”,  Ә.М.Аҙнабаев, С.А.Таһирова;  Өфө: Китап, 2014.

   “Әсә  теле.  8 класс”,   Ф.Ф.Абдуллина, С.Б.Аҡъюлова;  Өфө: Китап, 2009.

.“Әсә  теле. 9 класс”,   В.Ш.Псәнчин -  Өфө: Китап, 2009.

  “Әсә  теле.  10-11 класс”,   В.Ш.Псәнчин, Ю.В.Псәнчин,       Өфө: Китап,  2001.

  Башҡорт әҙәбиәтенән эш программаһы:

Башҡортостан Республикаһы  Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған  уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптәрҙең V – XI кластары өсөн башҡорт  әҙәбиәтенән программа (Төҙөүселәре: М.Ғималова,  Ғ.Хөсәйенов, А.Байғарин,  2003)

  Дәреслектәр:

   “Туған әҙәбиәт. 5 класс”; М.Х.Иҙелбаев, М.Б.Юлмөхәмәтов, Ә.М.Сөләймәнов, З.И.Яйҡарова;  Өфө: Китап, 2011.

   “Туған әҙәбиәт. 6 класс”; М.Б.Юлмөхәмәтов,  М.Х.Иҙелбаев,  Ә.М.Сөләймәнов, З.И.Яйҡарова;  Өфө: Китап, 2012.

  “Туған әҙәбиәт. 7 класс”; М.Ғ.Ғималова,  Ғ.Б.Хөсәйенов;  Өфө: Китап, 2014.

  “Туған әҙәбиәт. 8 класс”; М.Ғ.Ғималова,  Ғ.Б.Хөсәйенов.  Өфө: Китап, 2005.

  “Туған әҙәбиәт. 9 класс”; Ғ.Б.Хөсәйенов.  Өфө: Китап, 2010.

  “Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте. 10 класс”; Ғ.Х.Хөсәйенов, Р.З.Шәкүров, М.Ғ.Ғималова, Өфө: Китап, 2004.

.  “Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте. 11 класс”,  Ғ.Б.Хөсәйенов, Р.Н. Байымов,  Өфө: Китап, 2007.

 

14

Технические средства, которые Вам обязательно потребуются для проведения урока

   мультимедийный проектор

15

Адрес, индекс, рабочий, мобильный, домашний телефон конкурсанта

  Адрес: Учалинский район, д.Ильчигулово, ул. Агышбай, 57.  

  Индекс: 453715

  Раб.тел.   8(347 91) 75-2-25

  Моб.тел.   8 (927) 33 62 131

  Дом.тел. 8 (347 91) 75-2-15

16

Звания, награды, аттестационная категория.

  • Категория - высшая
  • 2011г.- Благодарственное письмо Постоянного представителя РБ в Челябинской области за вклад в развитие культурных связей между Республикой Башкортостан и Челябинской областью;
  • 2014 г.- Министерство Образования РБ за подготовку победителя I тура (1 место) на республиканском этапе творческого конкурса юных сказителей героического эпоса «Урал батыр»;
  • 2015 г. - Министерство Образования РБ за подготовку победителя (Гран- при) I тура на республиканском этапе творческого конкурса юных сказителей героического эпоса «Урал батыр»;
  • 2015 - Благодарственное письмо Министерства Образования РБ и ЮНЭСКО за популяризацию башкирского народного эпоса «Урал батыр», подготовку победителя конкурса юных сказителей и исполнителей башкирского народного эпоса «Урал батыр» на иностранных языках и языках народов, населяющих Республику Башкортостан
  • 2015 г. - Благодарственное письмо Духовного управления мусульман Республики Башкортостан за поддержку программ, направленных на развитие духовно-нравственных и гуманных ценностей  ислама и благотворительную деятельность
  • 2015 -Почетная грамота редакции научно-педагогического и методического журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» за участие в конкурсе «Учитель – созидатель и творец» в номинации «Педагогическая философия»
  • 2016 - Диплом Министерства Образования РБ за подготовку лауреата премии по направлению "Государственная поддержка талантливой молодежи"
  • 2016 - Почетная грамота Министерства Образования РБ  и Премия Главы РБ за 2-е место в межрегиональном конкурсе "Учитель года башкирского языка и литературы - 2016"
  • 2016 - Почетный работник общего образования РФ
  • 2017 - Премия Правительства РБ за победу в конкурсе "Лучшие учителя и преподаватели башкирского и русского языков"

17

Научные интересы

  Изучение истории и культуры родного края

18

Наиболее значимые проблемы в Вашей педагогической деятельности

  Школьники мало времени уделяют чтению художественной    литературы

19

Семейное положение

  Муж –Аминев Рамиль Рафикович, завхоз Ильчигуловской  участковой больницы

 

20

Дети (возраст, имена, чем занимаются, интересы)

Аминев Загир Рамилевич – 25 лет,

  • геофизик «ОАО ГАЗПРОМНЕФТЬ- ННГФ» в г. Муравленко; мастер спорта по зимнему полиатлону, 
  • призер международного уфимского марафона –2015, 2017 (42 км);
  • волонтер саммитов ШОС БРИКС в Уфе;

 

Аминев Тагир Рамилевич – 24 года,                                

  • Оператор установки л -35-11/300, Башнефть-Уфанефтехим;
  • Участник  экстремальных марафонов;
  • Куратор спортивно ~массового направления производства

 

21

Публикации в печати: книги, брошюры, статьи и т.д.

Статьи: 

в газете «Яйыҡ”:  “Байрам” (21.06.1996);  “Йәш лидерҙар мәктәбе” (14.02.2000); “Исеме лә йыр кеүек” (06.03.2003),  «Суперөләсәйҙәр” (7.03.2006); “Туғандарым, ҡайҙа һеҙ? (  2007),   “Һоҡланғыс ир-егеттәр” (24.02.2011);  “Уҡытыусы ла, турист та” (23.06.2011)

в газете “Башҡортостан”: “Кантон да ғына кантон булған, тиҙәр...”  (22.05.2007)

в газете “Йәшлек”:  “Эҙләй-эҙләй йәшлегемде, артығыҙҙан йүгерҙем...” (30.07.2008)

 

22

Увлечения (хобби)

Чтение книг

23

Юмористический случай из моей педагогической практики

Мине уҡыусылар ниндәйҙер сараға әҙерләнгәндә бер телефондан икенсеһенә йыр яҙырға өйрәтә.                                       

-Уфф, Зөлфиә Әсғәтовна,  ҡылымдың йөҙләгән формаларын өйрәнеүгә  ҡарағанда еңелерәк тә инде

24

Победитель конкурса «Учитель года башкирского языка и литературы» - это... (завершите фразу)

-творческая личность, которая знает историю, культуру своего народа и передает ее будущему поколению,  которая идет  в ногу со временем, владеет новыми технологиями обучения.

25

Дополнительные сведения. Факты, достойные упоминания.

    Руководитель школьного музея,

    руководитель театрально-фольклорного кружка "Шишмәләр",

    активный член женсовета.

 

 

 

 

"Мин - уҡытыусы"   (эссе)

Ер йөҙөндә күпме һөнәрҙәр бар, әммә уҡытыусы һөнәрен  был исемлектә иң тәүге итеп ҡуйыр инем мин. Ни өсөн тигәндә, уларҙың барыһын да һөнәрҙәренә барыбер  уҡытыусы уҡытҡан! Шуға күрә шикләнмәйсә әйтәм: Уҡытыусы – ғорур яңғырай!  Ә туған тел уҡытыусыһы – бигерәк тә!

Шулай итеп, мин – УҠЫТЫУСЫ!  Икенсе һөнәр һайлау тураһында башҡа ла инеп сыҡманы, сөнки атай ҙа, әсәй ҙә – уҡытыусы.  Әсәйем һөйләй: “Өс йәштәрҙә булғанһыңдыр, мәктәпкә эйәреп барҙың. Дәрескә кереттем, аҡбур биреп ҡуйҙым.  Таҡтаға яҙып торһам, уҡыусылар көлә. Аптырайым. Ҡараһам, аҡбур менән минең ҡара юбкамдың һыртына хәрефтәр яҙғанһың”.   Ҡыҙыҡ, шул саҡта уҡ уҡытыусы итеп хис итеп киттем микән үҙемде?  

Нимәһе бар һуң уҡытыусы һөнәренең, тиерһегеҙ.  Тыңлауһыҙ уҡыусылар, күҙ талдырып дәфтәр тикшереүҙәр, бөтмәҫ пландар, отчеттар, өҫтәүенә, кластан тыш саралар... Билдәле генә эш сәғәте лә юҡ. Башҡалар эштән һуң ял итә, ниндәй ҙә булһа яратҡан шөғөлөнә тотона, ә уҡытыусының хатта эше лә үҙенә эйәреп ҡайта.  Исмаһам, ҡыҙыҡмалы аҡсаһы булһасы!  Ысынлап та, ситтән ҡараһаң, бик ауыр ҙа, тынғыһыҙ ҙа эш.

            Әммә минең өсөн түгел! Сөнки оҡшай үҙемә эшем. Дәрес әҙерләйем икән, илһамланып китеп әҙерләйем – бер әҫәр яҙаммы ни! Иртән мәктәпкә барғанда: “Бөгөн нимә тиерҙәр? Төн уртаһына  тиклем әҙерләгән дәресемде нисек ҡабул итерҙәр? Мин теләгәнсә, эҙләнеү эшенә тотоноп китә алырҙармы? Проблемалы һорауҙарға яуап табырҙармы?”- тигән уй борсой.  Шунан инде “3”-кә генә уҡыған уҡыусым: “Һы, дәрес тиҙ генә үтте лә киттеме шул?”- тип аптыраһа, күңелгә рәхәт булып китә: булдырҙым бит! Тимәк, ҡыҙыҡһындыра алдым.

Ғөмүмән, балалар ихлас бит улар. Уйындағы йөҙҙәренә сыға. Коридорҙан үткәнсе, әллә күпме бала һаулыҡ һораша - рыя ғына, шулай тейеш булғанға түгел, ә һине күреүгә ҡыуанып, хатта иғтибарыңды үҙенә йәлеп итергә тырышып. Мин дә уларҙы күреүемә шатмын. Кемеһенә йылмайып баш ҡағам, кемеһендер арҡаһынан һөйәм: “Төҙәлдеңме? Оҙаҡ ауырып киттең”.  Күҙҙәренән осҡон һибелә, дәрт бөркөлә тора. Бөтә арыу-талыуҙарың бөтә лә ҡуя шул ихласлыҡтан, шул эскерһеҙ ҡараштарҙан.

Кем  нисек, ә мин уларҙың шул мөнәсәбәтен үҙемә ышаныс белдереү тип аңлайым. Ышаналар: етерлек кимәлдә белем бирә алырыма, өлкән иптәш, кәңәшсе, уларға юл күрһәтер маяҡ була алырыма. Сөнки  улар өсөн мин – Уҡытыусы!

Бала саҡтан  тағы бер ваҡиға иҫкә төштө. Мин өшөп ултырғанмындыр инде. Әсәйем ниңәлер артынан ишеген япмай кергән. “Үҙе уҡытыусы, үҙе ишекте аса”, - тип баһа биргәнмен был хәлгә. Үҙемсә, уҡытыусы бар яҡтан да идеаль булырға тейеш тип уйлағанмындыр инде. Хәйер, мин әле лә шулай уйлайым. Мин бит – уҡытыусы! Ғаиләм – өлгөлө, балаларым  - тәрбиәле, эшем – үрнәк алырлыҡ булһын! Шуға ла туҡтауһыҙ үҫергә тейешмен. Яңы технологиялар өйрәнәм, китаптар уҡыйым,  заман техникаһын үҙләштерәм. Ауылдағы сараларҙа йә  ойоштороусы, йә алып барыусы, бик тә булмаһа, ҡатнашыусымын, сөнки уҡытыусының әүҙем тормош алып барыуы  уҡыусыларға өлгө булып тороуына иманым камил. Уҡытыусы бит дәрестә тема аңлатыусы ғына түгел. Уның ҡиәфәте, холҡо, үҙ-үҙен тотошо ла энә күҙәүенән үткәрелә. Бигерәк тә ауыл ерендә. Балаларға ғына түгел,  ғөмүмән, бөтә йәшәйешең менән уларҙың ата-әсәһенә, ауылдаштарыңа өлгө булырға тейешһең.  Бәлки, шуғалыр ҙа, эшемдә алдыма маҡсаттар ҡуйып, һөҙөмтәләрен барларға күнеккәнмен.  Ҡыҙыҡ, күҙгә күренерлек үҫеш булдымы икән тигән уй этәрәме был аҙымға, нисектер, әммә 27 йыл  эш дәүерендә  7 йыл һайын тигәндәй “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә ҡатнашып торғанмын.

Һәр уҡытыусының да уҡытыусыһы була. Яҙмышыма рәхмәтлемен – мин уҡытыусыларымдан уңдым. Уларҙың ҡасандыр өйрәткән һабаҡтарын хәҙер үҙ эшемдә ҡулланам.

4-се класта башҡорт теленән киләсәктә әҙәбиәтебеҙҙең йөҙөк ҡашы, билдәле шағирә  булып китәсәк Хисаметдинова Рәмзилә апайҙан уҡырға насип булды. Ул туған телебеҙҙең матурлығын, моңон тойорға, һәр һүҙҙең, һәр өндөң яңғырашы, аһәңенә иғтибарлы, һиҙгер  булырға өйрәтте. “...Көҙгө һыуыҡ елдәр һығылма бил зифа талдарҙың алтындай һап-һары япраҡтарын өҙә. Төрлө төҫтәге өҙөлгән япраҡтар көҙгөләй үтә күренмәле йылға буйлап ағып китә. Әйтерһең дә, зифа буйлы, һомғол, ҡупшы һынлы, түңәрәк алһыу йөҙлө, ҡара ҡашлы, ҡара муйыл күҙле Яйыҡ буйында буй еткергән һылыу башҡорт ҡыҙҙары, сәстәрендәге сулпыларын күңелле сылтыратып, сигеү сигәләр...”  Был юлдар Рәмзилә апай алып барған түңәрәккә йөрөгән саҡта яҙылған “Яйыҡ буйында” тигән хикәйәмдән.  Хәҙер уйлайым: образлылыҡты нисек аңлатты икән ул беҙгә? Ниндәй алымдар ҡулланды икән?   

Үҙем уҡытыусы булып,  эш башлағас, 5-се класс уҡыусыларын мәктәпкә терәлеп тигәндәй торған урманға экскурсияға алып сыҡтым.  Салт аяҙ көн.  Аяҡ аҫтына аҫалы балаҫ түшәлгәнме ни!  Ергә ятып китеп, зәп-зәңгәр күкте,  ҡайындарҙың алтын тәңкә-япраҡтарының ҡойолоуын күҙәтәбеҙ. Һәм ошо сихри күренеште ябай телдәге һүҙҙәр менән нисек биреп була икәне тураһында һөйләшәбеҙ. Ябай бер дәрес ине ул минең өсөн. Ә бит ябай булмай сыҡты! 15 йыллап үткәс, шул кластағы уҡыусым Сәйфетдинова Луизаның (ул ваҡытта инде “Башҡортостан” гәзитенең хәбәрсеһе) әсәһе: “Ҡыҙым һинең шул дәресеңде әле булһа һоҡланып һөйләй. Зөлфиә Әсғәтовна мине тәбиғәт матурлығын ғына түгел, һүҙ матурлығын да тойорға өйрәтте”, -тип әйтеп ҡыуандырҙы. Ҡыуандым: минең дә өйрәткәндәрем елгә осмаған, тимәк, һутлы тупраҡҡа төшөп, шытым бирә алған!

Рәмзилә апай Салауат районына китеп барғас, башҡорт теле дәрестәрен Рәмзилә Әнүәр ҡыҙы Ҡәлимова  ( РФ-ның мәғариф алдынғыһы, БР журналистар союзы ағзаһы  ) уҡытты. Сая холоҡло, шаян һүҙле, дәртле, баҫҡан ерҙә ут сәсрәткән Рәмзилә апа (типтәр ауылынды уҡытыусы апайға апа тиҙәр ине)  концертттарға 10-15 баланы шиғыр ятлатып, монтаж әҙерләр ине. Һәр һүҙҙе таснатып, ҙур залға яңғыратып (микрофондар юҡ ине әле) ятларға кәрәк!  Тәүҙә уҡыусылар ҡуйған концертта ятлайбыҙ, шунан ололарҙыҡында. Шул 3-4 куплет шиғырыңдың берәй һүҙен яңылышып йә интонацияһын урын-еренә еткереп тасуири һөйләмәй ҡара!  Язаһы ҙур: ололар ҡуйған концертҡа һине кертмәй ҙә ҡуя. Ә бит бөтә ҡыҙығы – шунда!  

Ә быйыл  “Урал батыр”  эпосын яттан һөйләүселәрҙең 17-се республика конкурсында Гран-при яулаған уҡыусым Зарема Әминева менән Өфөлә  Әҙәбиәт йылын ябыуға арналған “Урал батыр төнөндә” тип аталған  оло этнобайрамда ҡатнашырға тура килде. Сибай драма театры артистары уның сығышын: “Беҙ уны артист әҙерләгәндер”,- тип уйлағайныҡ, тинеләр. Әлеге лә баяғы, Рәмзилә апайҙың  өйрәткәне  инде! Үҙем уҡытыусы булғас та, Рәмзилә апайҙың республика  кимәлендә үткәргән дәрес, кисәләрен ҡараным. Шулай итеп, ғүмер буйы өлгө алыр уҡытыусым булды Рәмзилә Әнүәр ҡыҙы.

Артабан башҡорт теле дәрестәрен әсәйемдән уҡырға ла яҙҙы. Беҙ, уҡыусылар, уның етәкселегендә ололарҙан ауыл тарихын, ер-һыу атамаларын, халыҡ ижады әҫәрҙәрен, йолаларҙы яҙып ала, уларҙы сәхнәләштереп, халыҡҡа күрһәтә инек.  Районда өлгөлө уҡытыусы,   “Ҡарға бутҡаһы”, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә арналған сценарийҙары менән  Өфөлә, Йошкар-Олала, хатта Мәскәүҙә  сығыш яһаған әсәйем, миндә лә шулай итеп  халыҡ ижадына, тыуған яҡты өйрәнеүгә  ҡыҙыҡһыныу уятты. Яҡташтарыбыҙ журналист Рәүф Насыров, йыраусы Спартак Ильясов, “Эй  Яйыҡ йорт” китабы авторы, тарих уҡытыусыһы Әлим Барый улы Зариповтарҙың беҙҙең төбәк тарихы тураһында яҙған китаптары – эшемдә алмаштырғыһыҙ ярҙамсылар! Сөнки эшмәкәрлегемдең төп маҡсаты ла: үҫеп килеүсе быуын үҙен тыуған еренең хужаһы итеп тойһон! 

БДПИ-ла уҡығанда ла Хисаметдинова Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы, Хажин Вәкил Исмәғил улы,  Шәрипова Зәйтүнә  Яхъя ҡыҙы, Вилданов Әхәт Ханнан улы  кеүек үҙ эшенә яуаплы ҡараған уҡытыусыларҙан  белем алдым.  Үҙгәртеп ҡороу башланып  ҡына торған заманда, халҡыбыҙ зыялылары, шул иҫәптән беҙҙең институт уҡытыусылары, башҡорт халҡын уятыу өсөн арымай-талмай  эшләнеләр. Тап шул йылдарҙа  Өфөлә “Аҡ тирмә” йәмәғәт ойошмаһы эшен башланы. Хәтерҙә, Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы  иң беренсе  “Аҡ тирмә” ултырышының тәүге өлөшөн үткәреүҙе беҙҙең төркөмгә ышанып тапшырҙы.  Башҡорт теле, әҙәбиәте, мәҙәниәтенә ҡағылышлы һорауҙар менән ШТК (шаттар һәм тапҡырҙар клубы) формаһында сығыш яһаныҡ. Анау хәтле халыҡ алдында сығыш яһауы ҡурҡыта, шөрләтә, әлбиттә. Етмәһә, мин –алып барыусы. Әммә Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы алдына алғанын ҡуя торған кеше түгел инде ул!  Йылы ҡабул иттеләр.  Икенсе ултырышҡа инде “Ҡарға бутҡаһы” йолаһын сәхнәләштерҙек. Бына бит, ҡурҡмаҫҡа, ә эшләргә кәрәк! Бына шулай ғүмерлек һабаҡ бирҙе беҙгә  Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы.

Вәкил Исмәғил улына  рәхмәтем ҙур. Һуңғы курстарҙа группалашым Ләлә Урманова менән икебеҙҙе “Үҫтереүсе уҡытыу системаһы” өйрәнелгән семинарҙарға йәлеп итте. Лекцияларҙы иҫебеҙ китеп тыңлайбыҙ, төркөмдә эшләү, парлап эшләү кеүек алымдарҙы үҙләштерәбеҙ, илебеҙҙең төрлө ҡалаларынан килгән уҡытыусыларға гид йә тәржемәсе булып та китәбеҙ. Хатта тәжрибәле уҡытыусылар менән бер рәттән “эш уйындарында” ҡатнашабыҙ!

Әммә мин дәртләнеп эш башлауға, илебеҙ тарҡалып, йәшәп килгән рухи ҡиммәттәребеҙ күҙ алдында  юҡҡа сыҡты, материаль байлыҡтың рухи байлыҡтан өҫтөнлөгөнә ҡоролған фильмдары барлыҡҡа килгән бушлыҡты тултырҙа башланы, йәш  быуынды  тәрбиәләү процесын көрсөккә килтереп терәне. Беҙҙең башҡорт менталитетына, тра­дицияларына бөтөнләй ят нәмәләр йәштәрҙең, рухи сәләмәтлегенә иҫ киткес зыян яһаны: эскелек, тәмәке тартыу, енси аҙғынлыҡ, наркомания, тыуған ил яҙмышына битарафлыҡ...

Һәм илебеҙ  мәктәп алдына оло, яуаплы  бурыс ҡуйҙы: төплө белемле, актив, инициативалы, эшенә ижади ҡараған, проблемаларҙы күреп, үҙ аллы хәл итә алған, рухи ҡиммәттәрҙе һанлаған мәҙәни ШӘХЕС тәрбиәләргә!  Уҡытыусыларға күп төрлө инновацион технологиялар тәҡдим ителде: үҫтереүсе уҡытыу системаһы, проблемалы уҡытыу, проект методы, мәғлүмәти-компьютер технологияһы... Эйе, традицион алымдар менән дәрес биреү  мөмкин дә түгел ине, сөнки уҡыусыларға ҡыҙыҡ түгел. Заман талабына ярашлы, китапты электрон дәреслектәр, аҡбур менән таҡтаны компьютер һәм мультимедиа проекторы алмаштырҙы.

Шулай ҙа, миңә ҡалһа, быуаттар буйына йыйылған халыҡ тәжрибәһенә таянып ҡына, беҙ, тел һәм әҙәбиәт укытыусылары, алдыбыҙға ҡуйылған бурысты атҡарып сыға алабыҙ (әлбиттә, хәҙерге заман технологияларын ҡулланып!) Сөнки халкыбыҙҙың яҙылмаған әхлаҡ ҡанундары, тәрбиәләү саралары элек-электән булған. Халыҡ педагогикаһы йәки этнопедагогика балаларҙы тәрбиәләү буйынса бай тәжрибә туплаған һәм йәмғиәт тормошоноң бөтә тармаҡтарына ла үтеп ингән.  Йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүме, хеҙмәткә өйрәтеүме, ижади һәләттәрен үҫтереүме, ға­илә тәрбиәһе биреүме, гигиена ҡағиҙәләренә төшөндөрөүме - ҡай­һыһын ғына алма, ауыҙ - тел ижады, уйындар, йолалар, байрамдар аша балаға йоғонто яһай, шәхес булып үҫеүен тәьмин итә. Бөйөк рус педагогы К.Д. Ушинскийҙың «халык тыуҙырған һәм халык башланғысына нигеҙләнгән тәрбиә - иң һәйбәте. Уға тиңе юк»,-ти­гән һүҙҙәренә мин тулыһынса ҡушылам.  

Шуғалыр ҙа 27 йыл башҡорт телен уҡытыу дәүерендә халыҡ ижадын, тыуған яҡтың тарихын өйрәнеү  – минең яратып ҡулланған алымым да, күңел талабым да булды. Ауыл тарихын өйрәнеп сығыш яһағанда ла, йолаларҙы сәхнәләштергәндә лә, урындағы тәбиғәт ҡомартҡылары менән танышыу өсөн экскурсияларға сыҡҡанда ла,  беҙҙең төбәк шәхестәре менән осрашыуҙар ойошторғанда ла – мин мөкиббән китеп, бөтә күңелемде биреп эшләйем, һәм, иң мөһиме, был үҫеп килеүсе быуынды белемле, актив, ижади, рухи ҡиммәттәрҙе һанлаған мәҙәни шәхес итеп тәрбиәләргә ярҙам итә. Метапредмет кимәленә сығыуҙы ла тәьмин итә: уҡыусы тыуған яғының тарихын, географияһын, этнографияһын, мәҙәниәтен , әҙәбиәтен өйрәнә!

Шағирә Сәсәниәнең һүҙҙәрен  бер аҙ үҙгәртеп, уҡытыусы  тураһындағы уйланыуҙарымды ошолай тип тамамлар инем:

              “Уҡытыусы мин  - туған телдән –

                Үҙ халҡымдың йәне, усағы.

                Балаларға башҡорт рухы өрөп,

                Еремә ҡот юраусы.

                              Аҡмуллалар,  Бабич моңдарында

                              Һуғарам мин бала йәндәрен.

                              Улар һымаҡ, хаҡлыҡ юлдарында

                              Ил хәстәрен тарта иңдәрем”

 

Тормош сылбырында  йөҙөк ҡашы    

                                                         ("Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының Уҡытыусы - ижадсы" конкурсында   “Педагогик  фәлсәфә” номинацияһында билдәләнде)                                                       

Кеше лә бит көслө бәйләнештә,                                     

Яңғыҙ әҙәм – хәлһеҙ бер байғош.                              

Тау аҡтарыр көскә эйә кеше,

Берҙәмлектә – бейек осар ҡош.

Тормош сылбырында – аҫыл быуын,

Тапһа әгәр кеше үҙ эшен,

Шул сылбырҙың йөҙөк ҡашы булыр,

Бәйләнештә тапһа үҙ  ишен.

Атайым  “Һүҙбәйләнеш” тигән шиғырында   был юлдарҙы үҙебеҙҙең  ғаиләне  күҙ уңында тотоп яҙғандыр, моғайын.  Сөнки үҙ эшен, үҙ ишен  табып,  ысынлап та,  тормош сылбырында йөҙөк ҡашы булырҙай шәхес булды минең атайым менән әсәйем.

Атайым – Әсғәт Әкрәм улы Нуритдинов – рус теле уҡытыусыһы, Учалы районының Юлдаш мәктәбендә 22 йыл (1968-1990) директор булып эшләне.  Хаҡлы ялға сыҡҡанына 17,  баҡыйлыҡҡа күскәненә 10 йыл, ә ауыл халҡы уны һаман хөрмәт менән  иҫкә ала. Уның  бынан тиҫтә йылдар элек уҡытҡан уҡыусылары:  “Әсғәт абый минең иң яратҡан уҡытыусым була торғайны”, -тип һағынып һөйләй.

Дәрес әҙерләү, дәфтәр тикшереү, рус классиктарының китаптарын уҡыу, мәктәп менән етәкселек итеү, педсоветтар, политучебалар үткәреү күпме көс, күпме ваҡыт талап итә!  Унан тыш, ауылда депутат булараҡ та, инанған коммунист булараҡ та, һәр төрлө йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнашты.  Үҙҙәренең ғаилә проблемалары менән дә ауыл халҡы атайыма йыш килер ине.   

Йырлы, моңло күңелле булды атайым.  “Буранбай”, Уйыл”, “Сибай”, “Азамат” кеүек халыҡ йырҙары тап атайымдың тауышы менән күңелемә һеңеп ҡалды.    1984 йылда  “Халыҡ ижады ынйылары” байрамында өлгәшкән уңыштары өсөн БАССР-ҙың Мәҙәниәт министрлығынан грамота менән бүләкләнде, 1986 йылда Еңеүҙең  40 йыллығына арналған  бөтә  союз смотрында  лауреат исемен яуланы. Абдулла Солтанов исемендәге премияға башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар араһында өсөнсө  урын алыуы менән айырыуса ғорурланыр ине. Уның башҡорт халыҡ йырҙарын  яҡшы башҡарыуы өсөн алған күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары шул дәртләнеп, янып-ярһып йәшәгән йылдарының бер иҫтәлеге булып һаҡлана хәҙер.

Ә инде хаҡлы ялға сыҡҡас, тағы бер таланты асылды беҙгә: шиғырҙар яҙа башланы.  Ҡатмарлы 90-сы йылдарҙа  һәр ваҡиғаға үҙ баһаһын бирә барған,  иленең, теленең киләсәге өсөн босолоп, тәрән һыҙланып, йөрәк ярып сыҡҡан шиғырҙарын  “заман йылъяҙмаһы” тип тә атап булыр ине. “Ағиҙел” журналында атайымдың бер шәлкем шиғырҙарын баҫтырғанда Мәүлит ағай Ямалетдинов: “ Ер йөҙөндә шундай шәхестәр була: фани донъянан киткәс тә, тереләрҙең тормоштарын нурландырыуын дауам итә – үҙҙәре тураһындағы яҡты хәтирәләре менән, әйтеп ҡалдырған һүҙҙәре  менән. Бар ғүмерен халыҡ  мәғарифы эшенә  арнаған  Әсғәт Нуритдиновты тап шундай шәхестәр рәтенә индерергә була”, - тип яҙҙы. 

Атайымдың тормош сылбырында шулай уҡ йөҙөк ҡашы булырҙай ише - әсәйем. “Учалы районының энциклпедияһы”нда  уның тураһында: “Игелекова Дилара Ғөбәйҙулла ҡыҙы уҡыусыларҙа туған телгә, башҡорт халҡының тарихына һөйөү тәрбиәләне, уҡыусыларҙың ижади үҫешенә ҙур иғтибар бирҙе. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, Республика ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы булды. Үҙешмәкәр сәнғәттә әүҙем ҡатнашты. Игелекова Д.Ғ. етәкләгән фольклор ансамле ҙур уңыштарға өлгәште. 1986 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнде”, тип яҙылған.

Ҡыҫҡа ғына яҙыу. Әммә шуның артында күпме хеҙмәт, күпме йоҡоһоҙ төндәр тора... Мин үҙем – әсәйемдең уҡыусыһы – 1977-81 йылдарҙа ул ойошторған  “Ләйсән”  әҙәбиәт түңәрәгендә шөғөлләндем. Шиғыр, хикәйәләр ижад итеү менән бергә беҙ ололарҙан ауылды тарихын, ер-һыу атамаларын, уларҙың легендаларын, халыҡ ижады әҫәрҙәрен, йолаларҙы яҙып ала инек.  Артабан әсәйем мәктәптә бөтә районға өлгө итеп ҡуйылған тыуған яҡты өйрәнеү музейын булдырҙы.  Тупланған материал нигеҙендә әллә күпме сценарийҙар яҙып сәхнәләштерҙе. 1985 йылда  әсәйемдең сценарийы республикала еңеү яулап,  650 һәүәҫкәр артист  ҡатнашлығында  9 май көнө Өфөлә  халыҡҡа күрһәтелде.  Әсәйем районда ғына түгел, республикала тәүгеләрҙән булып, йолаларҙы тергеҙеү эшен башлап ебәрҙе. Ул балаларҙы ла, ололарҙы ла берләштергән фольклор коллективы менән “Ҡарға бутҡаһы”, “Әбейҙәр сыуағы”, кейеҙ баҫыу кеүек йолаларҙы сәхнәгә сығарҙы. Ә инде 1988 йылда Мәскәүҙә халыҡ-ара фольклор фестивалендә уның сценарийы буйынса сәхнәләштерелгән  “Ҡарға бутҡаһы”  күрһәтелде. Үҙе лә Учалы районының “Уралым” фольклор  коллективы менән  Йылайыр, Әбйәлил райондарында, Өфөлә, Йошкар-Олала, хатта Мәскәүҙә сығыш яһау бәхетенә иреште.

Иҫемдә, 1987 йылдарҙа беҙҙең ауылға, әсәйемә төбәп, Өфөләге  Фәндәр академияһынан ғалимә Розалия Солтангәрәева менән Фирҙәүес Хисаметдиновалар килеп төштө. Халыҡтан йолаларҙы яҙып йөрөүҙәре икән. Әсәйем уларҙы им-томдо яҡшы  белгән бер нисә әбейгә алып барҙы.  Ҡот ҡойоу, арпа имлә

Сайтҡа кереү
Эҙләү
Календарь
«  Декабрь 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031
Архив записей
Ссылкалар
  • МБОУ СОШ д.Мулдакаево
  • Сайт деревни Мулдакаево
  • ОО Учалинского района
  • Министерство образования РБ
  • Министерство образования РФ

  • Copyright MyCorp © 2024
    uCoz