17 декабрҙә Өфөлә Башҡорт дәүләт филармонияһында Әҙәбиәт йылын ябыуға арналған "Урал батыр төнө" республика этнофестивале үтте. Заманса яҡтыртҡыс ҡорамалдар ярҙамында филармония фойеһы Шүлгәнташ мәмерйәһе, ә тамашасылар залы тирмә рәүешен алды. Сәнғәттең төрлө жанрҙарында эшләгән артистар: Сибай драма артистары, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артистары ,Өфө хореографик колледжы уҡыусылары, йырсылар һәм сәсәндәр - Урал батыр образын һәр ҡайһыһы үҙенсә һынландырҙы.
Шулай уҡ байрамда "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр республика бәйгеһенең һуңғы йылдарҙағы еңеүселәре саҡырылғайны. Учалы районының Мулдаҡай урта мәктәбенән 10-сы класс уҡыусыһы Әминева Зарема - "Урал батыр -2015" конкурсы еңеүсеһе лә оло байрамда ҡатнашыу бәхетенә лайыҡ булды.
|